Башҡортостандың бала табыу йорттарына кадрҙар ҡытлығы янамай

Был турала Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының акушерлыҡ буйынса штаттан тыш баш белгесе Роман Шмаков белдерҙе. Рәсәй фәндәр академияһы профессоры Башҡорт дәүләт медицина университетының 6-сы бала табыу йорто эшмәкәрлеге менән танышты.

Медицина учреждениеһында йылына 2 меңдән ашыу сабый донъяға килә. 65 урынға иҫәпләнгән бала табыу йортонда ауыр патологиялы, юғары хәүефле йөклө ҡатындарҙы ҡабул итә. Улар араһында онкология менән сирле пациенттар ҙа бар, уларға юғары квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтелә. Бының өсөн клиникала заманса технологиялар ҡулланыла, ҡатмарлы осраҡтарҙа хирургҡа робот ярҙам итә. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының акушерлыҡ буйынса штаттан тыш баш белгесе Роман Шмаков бала табыу йортоноң эшен юғары баһаланы.

Университет менән клиниканың тығыҙ бәйләнештә булыуы бик яҡшы, буласаҡ табиптар теория менән бер рәттән тәжрибә туплай ала. Тимәк, кадрҙар ҡытлығы булмаясаҡ. Шулай уҡ, юғары технологияллар ҡулланылыуы, аналыҡҡа плацента үрелеүе осраҡтарына операцияларҙың уңышлы үткәрелеүе клиниканың кимәле тураһында һөйләй.

Роман Шмаков, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының акушерлыҡ буйынса штаттан тыш баш белгесе, Рәсәй фәндәр академияһы профессоры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ