Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһе янында Евразия күсмә халыҡтары цивилизациялары музейының тәүге этабы төҙөлә. Башҡортостанда музей төҙөү, күскенселәр тормошон сағылдырған «Көс урыны» исемле фәнни - популяр фильм төшөрөлә. Ул кинематография өлкәһендә Республика башлығы Гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
Фильмда ике сюжет линияһы бер-береһенә үрелеп бара. Документаль өлөштә Тора-хан визит үҙәген төҙөү барышы күрһәтелә, киноновеллаларҙа сал тарихҡа сәйәхәт көтә. Фильмды төшөрөүсе ижади төркөм күскенселәр, Тора-хан, Хөсәйенбәк менән бәйле яңы мәғлүмәттәр әҙерләй. Башҡорт төбәгенең Алтын Урҙа составына инеүе тураһында документаль материалдар, тәүсығанаҡтар әҙ һаҡланған. Фильм авторҙары был ваҡиғаны төшөрөү өсөн ярты йылдан ашыу әҙерләнгән. Тарихи осорҙо ғалимдар күптән түгел төплө өйрәнә башлаған. Картинаның ғилми консультанттары Илнур Бүләков, Дим Ғиззәтов хан ставкаһы ниндәй булған, Тора-хан, башҡорт бейҙәре нисек кейенгән тигән һорауҙарға яуап табыу өҫтөндә етди эшләй. Костюмдарҙағы һәр деталь, стеналарҙағы биҙәктәр, лампаларҙың, Тора-хан тәхетенең формаһы - барыһы ла алдан уйланылған.
Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге хеҙмәткәрҙәренә ярҙамдары өсөн рәхмәтлебеҙ, ти ижади төркөм. Режиссерҙар Әлфиә Арыҫланова, Ләйсән Рамаҙанова өсөн һәр кадр алтынға бәрәбәр. Рәссам Даян Вәлиуллин, тегенселәр етәксеһе Саймә Хәсәноваға ла эш еңелдән бирелмәй. Алтын Урҙа дәүеренә тап килерҙәй туҡыма табыу, биҙәктәр сигеү эше лә еренә еткереп башҡарыла.
Фильмды төшөрөү барышында артистар ҙа үҙҙәре өсөн байтаҡ яңылыҡ аса.
Фильмдың күп өлөшө тарихи факттарға нигеҙләнгән. Унда донъя кимәлендәге әһәмиәтле ваҡиғалар ҙа сағылыш таба. Башҡортостандағы кәшәнәләр тарихы тәфсилләп бәйән ителә. Республика биләмәһендә уларҙың Алтын Урҙа осоро менән бәйле өсәүһе һаҡланған.
Фильм өҫтөндә эшләүсе ижади төркөм Үзбәкстан, Ҡазағстанға лә сәфәр ҡылған. Байтаҡ эпизодтар Башҡортостан райондарында төшөрөлгән. «Көс урыны» фәнни - популяр фильмы бығаса өйрәнелмәгән тарих биттәрен асырға этәргес бирә. Ул урта быуаттарҙағы башҡорт төбәге тарихы тураһында һөйләүсе тәүге хеҙмәттәрҙең береһе. Фильм менән тамашасылар яҡын арала таныша аласаҡ.
Азат Ғәлиуллин



