Өфөнөң 185-се һайлау участкаһында «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре эшләй

Өфө ҡалаһындағы 185-се һайлау участкаһы комиссияһы ағзалары беҙҙең хеҙмәттәштәр, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре. Мөһим компания башланған иртәлә участкаларҙа БЮТ хәбәрселәре эшләй. Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.

Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжындағы 185-се һайлау участкаһы комиссия ағзалары иртәнге сәғәт алтынан уҡ эш урынында. Һигеҙгә тиклем һайлау урналары йәбештерелде, бюллетендәр сығарылды. Иң тәүгеләр участка асылмаҫ элек килде. Колледжға яҡын ғына йәшәгән 83 йәшлек Миңнур Әйүп ҡыҙы тауыш бирмәй ҡалғаны юҡ.

Ғаиләләр менән килеүселәр ҙә бар. Көндөҙгө мәшәҡәттәргә тиклем улар гражданлыҡ бурысын үтәне. Беренсе һайлаусыларға сәй һәм тәмлекәстәр бүләк ителде. Шулай уҡ һайлауҙа ҡатнашыусылар ҡиммәтле бүләктәр ота, магазиндарҙа ташлама менән файҙалана ала.

Һайлауҙың тәүге иртәһе тыныс үтте. Участкала хоҡуҡ органдары һәм күҙәтеүселәр эшләй.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ