Иглин районында 43 һайлау участкаһы эшләй. Уларҙа илле меңдән ашыу кеше тауыш бирергә хоҡуҡлы. Иглин район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 2013 -сө һайлау участкаһына Иглин ауылында теркәлгән ике мең ярымдан ашыу кеше тауыш бирергә киләсәк. Һайлауҙың беренсе көнөндә бында район активистары - «көмөш ирекмәндәр» иң беренселәрҙән булып килде. Иглин районы халҡы һайлауҙа әүҙем ҡатнаша, сөнки улар киләсәкте һайлай.
Шишмә районында һайлаусылар иҫәбендә - 39 меңдән ашыу кеше. Тауыш биреү көндәрендә 54 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Шишмәлә һайлауҙа өлкән быуын вәкилдәренән тыш, йәштәр ҙә әүҙем ҡатнаша.



