Ейәнсура районы халҡы һайлауҙа әүҙем ҡатнаша

Һайлауҙа айырыуса ауыл халҡы әүҙемлек күрһәтә. Ейәнсуралар ҙа мөһим сәйәси ваҡиғала дәррәү ҡатнаша. Районда илленән ашыу һайлау участкаһы эшләй, мөмкинлектәре сикләнгәндәр, өлкән йәштәгеләр өй шарттарында тауыш биреү мөмкинлеге менән файҙалана. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Ейәнсура районында йәшәүсе берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтдин Хәлитов ҡеүәтле илгә - көслө, тәүәккәл етәксе кәрәк тигән ҡарашта. Һайлауҙың тәүге көнөндә үк ул өй шарттарында тауыш бирҙе. Йәшлек йылдары фронт һыҙығында үткән сал сәсле яугир донъялағы ваҡиғаларҙы бөгөн дә күҙәтеп йәшәй, Еңеү Рәсәй яғында булыр тип ышана.

Байдәүләт ауылынан тыл һәм хеҙмәт ветераны Мәғәфүрә Ишемйәрова ла һайлау участкаһы комиссияһы ағзаларын йортонда ҡаршы алды. Йөҙ йәшен тултырған ағинәй йәш сағында үҙе лә сәйәси кампанияларҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан, оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан.

Байдәүләт ауылының участка комиссияһы ағзалары билдәләүенсә, сәйәси кампания әүҙем бара. Тәүге көндә үк һайлаусыларҙың илле процентҡа яҡыны гражданлыҡ бурысын үтәгән. Өйҙә тауыш бирергә теләк биреүселәргә айырыуса иғтибар.

Ейәнсура районында иртәнге сәғәт һигеҙҙән 53 һайлау участкаһы асылды, уларҙың икәүһендә бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары ҡуйылған. Һайлаусылар исемлегендә 19 меңдән ашыу кеше булыуы ла билдәле, теләүселәр башҡорт телендә баҫтырылған бюллетень менән файҙалана ала

Йәше лә, олоһо ла һайлауға дәррәү ҡушылған. Ғаиләләре менән бергә килеүселәр күп. Илһөйәрҙәр билдәләүенсә, ышаныслы киләсәкте бергә төҙөргә кәрәк, һәр кемдең тауышы мөһим.

Һайлауҙа тәүге тапҡыр тауыш биреүселәр айырым иғтибарға лайыҡ. Ейәнсурала улар 280 кеше . Гражданлыҡ бурысын үтәгән йәштәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Участкаларҙың береһендә , хатта, дәүләт символдары төшөрөлгән торт та бешерелгән. Унда ла Берҙәмлектә көс тигән хаҡ һүҙҙәр яҙылған

Ейәнсура районында һайдау участкаларының күбеһе мәҙәниәт учреждениеларында ойошторолған. Ауыл биләмәләрендә яңғыраған дәртле йырҙар сәйәси ваҡиғаға айырыуса байрам кәйефе өҫтәй, халыҡты берләштереүсе көскә эйә.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ