Ауырғазы районында ла халыҡ тотош ғаиләләре менән иртә таңдан һайлау участкаларына ағылды. Стәрлетамаҡ районында насар күргән граждандар өсөн махсус участкалар ойошторолдо. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 99 йәшлек Шәриф Мөсәғитов һайлауҙа ғәҙәттәгесә тәүгеләрҙән булып тауыш бирҙе. Ветеран сәйәси вакампанияны бер ваҡытта ла ҡалдырмай, ул 1945 йылда әрмелә хеҙмәт иткәндә лә гражданлыҡ бурысын үтәгән. Шәриф Ғәҙи улы яҡташтары өсөн яуаплылыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө булып тора .
Талбазы ауылында йәшәүсе Лилиә Михайлова һайлауға өс балаһын да алып килгән. Урындағы дауаханала эшләүсе табип әйтеүенсә, йәш быуын ата-әсәләр миҫалына ҡарап тәрбиәләнә, патриотик ҡиммәттәрҙе үҙләштерә.
979-сы һайлау участкаһы Талбазы ауылының мәҙәниәт йортонда урынлашҡан һәм районда иң ҙуры һанала . Бында 2700 кеше тауыш бирәсәк тип күҙаллана, комиссия ағзалары шәмбе һәм йәкшәмбе юғары әүҙемлек күрһәтер тип көтә.
Рәсәй Президенты өсөн тауыш биреү көнөндә мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн дә һайлау шарттары булдырылды . Стәрлетамаҡта 686-сы һайлау участкаһында насар күргән һәм һуҡырҙар тауыш бирҙе. Уларға Брайль шрифты менән яҙылған бюллетендәр тапшырылды.
Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән 230 меңдән ашыу кеше һайлауҙа ҡатнаша ала. Уларға тауыш биреү участкаларында күрһәтелгән ярҙамдан тыш өйҙә һайлау мөмкинлеге лә ҡаралған.
Флорида Ким



