Бергә беҙ көс, Рәсәй өсөн тауыш бирәбеҙ! Быйыл һайлауҙа ошондай рәсми лозунгтар ҡулланыла. Башҡортостанда мөһим һәм яуаплы ваҡиға Рәсәй Президентын һайлауҙа өс көнлөк тауыш биреүҙең бөгөн тәүге көнө. Республика район-ҡалаларында тауыш биреүҙең нисек үтеүе тураһында киләһе яҙмала.
Хәйбуллалар киләсәк өсөн әүҙем тауыш бирә. Районда 60 һайлау участкаһы эшләй, 21000-дән ашыу һайлаусы уңайлы ваҡытта тауыш бирһен өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Һайлаусыларҙың 200-ҙө беренсе тапҡыр тауыш бирәсәк. Һәр гражданин үҙ тауышын ихтыяры һәм ынтылышы аша еткерә, сөнки һәр кем дәүләтебеҙҙең үҫеш йүнәлешен һайлай.
Тауыш биреү көндәрендә хәүефһеҙлекте полиция хеҙмәткәрҙәре тәьмин итә, 7 участкала видеокүҙәтеү камералары ҡоролған Граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуҙы участка һайлау комиссияларының 339 ағзаһы һәм территориаль һайлау комиссияһының 8 ағзаһы тәьмин итә. Улар ҙур тәжрибәгә эйә. Һайлау участкалары бөтә кәрәкле әйберҙәр менән йыһазландырылған, өсәүһендә һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары эшләй.
Буласаҡ ил Президенты өсөн тауыш бирергә Иглиндар тотош ғаиләләре менән килә. Харәсән һәм Айҙар Харрасовтар Һайлау участкаһына улдары Асҡар, Әмир, ҡыҙы Камила менән бергә килгән.
Дүртөйлө районында 62 участка эшләй, уларҙың береһе-ваҡытлыса һайлау участкаһы. 44 309 һайлаусының 307-һе сәйәси кампанияла тәүге тапҡыр ҡатнаша. Быйыл йөҙйәшәр ҙә уҙ тауышын бирәсәк. Халыҡ һайлау участкаларына әүҙем ағыла. Күптәр эшкә китеп барышлай уҡ гражданлыҡ бурысын үтәй. Президентлыҡҡа кандидат өсөн тауыш бирергә балалары менән килгән ғаилә парҙарының сабыйҙарына бүләк әҙерләнгән. Участкалар эшендә тотҡарлыҡтар күҙәтелмәй. 6 участкала һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ҡуйылған, улар иҫәпләүҙе автомат режимда башҡарыу мөмкинлеге бирә.
Шишмә районының 3324 һайлау участкаһында йәмғеһе 700 тауыш биреүсе теркәлгән. Уларҙың 130-ы апдан бирелгән заявка буйынса күсмә урнала һайлаясаҡ. Улар араһында өлкән йәштәге Фәриҙә Ғәликәева ла бар.
Фәриҙә Ғәликәева рәсми документтарҙы тултырғандан һуң, үҙ кандидатына тауыш биреп һайлау бюллетенен күсмә урнаға төшөрҙө.
Һәр һайлаусы «Рәхмәт-2024»акцияһында ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Бүләктәр исемлегендә-смартфондар, ноутбуктар, кофе машиналары, электр самокаттары, сертификат. Акцияла ҡатнашыу өсөн бөтә ғаилә менән һайлауға килергә һәм тауыш биреп сыҡҡандан QR-билет алырға кәрәк. Һуңынан билеттарҙы сканерлап, экранда күрһәтелгән сайтта теркәп, номерын индерергә кәрәк http..рахмат102.рф/.
Гүзәл Борханова



