Республикала станоктар эшләү буйынса Бөтә Рәсәй белем биреү үҙәге булдырылыуы ихтимал

Был турала Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән урта һөнәри белем биреүҙе үҫтереү мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмәлә әйтелде. Фекер алышыуҙа республика башлығы, колледж һәм предприятие етәкселәре, шулай уҡ «Ростех» дәүләт корпорацияһы вәкилдәре ҡатнашты. Радий Хәбиров колледж етәкселәренә киләһе йылдан ил президенты иғлан иткән урта һөнәри белем биреү системаһын яңыртыу буйынса федераль программаға ҡушылырға саҡырҙы. Шул иҫәптән, буласаҡ үҙәк өсөн яңы кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе күтәрелде. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Санкциялар һәм сит ил етештереүселәренең ил баҙарынан китеү шарттарында Рәсәй ҡорамалдарына ихтыяж бер нисә тапҡырға арта. «Инмаш» компанияһы ғына мәҫәлән, етештереү күләменә бәйле яңы цех асырға мәжбүр була. Бында суднолар төҙөү, автомобиль сәнәғәте, станоктар эшләү өсөн етештерелгән деталдәр уңышлы файҙаланыла.

Инвестиция проекты республика ярҙамында тормошҡа ашырыла. «Инмаш» бөгөн Ҡытайҙың эре сәнәғәт предприятиелары продукцияһын һатыу өсөн «Шоурум» объектын төҙөүгә лә тотонған. Токарь станоктарын йыйыу цехын булдырыу, иретеп-йәбештереү производствоһын тергеҙеү һәм элекке административ бинаны төҙөкләндереү киләсәк пландарҙың береһе. Был башланғыстар Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән «Инвестиция сәғәте»ндә лә ҡаралды.

Станоктар эшләү кластерын булдырыу республиканың алдынғы проекттары иҫәбендә. Уның төп структураһы «Ростех» менән станоктар эшләү производствоһы берләшеүендә. Ҡорамалдарҙы ҡойоу һәм йыйыу ҡеүәтен биш тапҡырға арттырыу маҡсатында, 7 миллиард һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана.

Проект уңышлы тормошҡа ашырылғандан һуң, Башҡортостан илдә иң эре эшкәртеү ҡорамалдары етештереүсе буласаҡ. Әйткәндәй, бөгөн Стәрлетамаҡ предприятиеһынан заказдар ике йыл алдан ҡабул ителгән. Икенсе мәсьәлә - кадрҙар.

Предприятиеларға һәм бизнесҡа яҡыныраҡ булыу - сифатлы уҡыу-уҡытыу системаһының ойошторолоуы мөһим. Бөгөн колледж - төбәктә станоктар эшләү йүнәлешендәге берҙән-бер уҡыу йорто, ул республиканың сәнәғәт гиганттары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Былтыр бина «Профессионаллек» программаһы буйынса тулыһынса яңыртыла.

Һөнәри белем биреү буйынса совет ултырышында Радий Хәбиров колледж етәкселәренә киләһе йылдан ил президенты иғлан иткән урта һөнәри белем биреү системаһын яңыртыу буйынса федераль программаға ҡушылырға саҡырҙы. Шулай уҡ 2030 йылға тиклем тармаҡ үҫешен яйға һалыу маҡсатын белдерҙе. Ошо тәңгәлдә республиканан матди ярҙам күрһәтеләсәк.

Белем биреү кластерҙары һаны буйынса Башҡортостан илдә алдынғылар иҫәбендә. Улар беҙҙә 14. Киләһе йыл Хөкүмәт тағы ла 5 яңылыҡҡа ғариза йүнәлтәсәк. Мәғариф министрлығы бөгөн сығарылыш уҡыусыларының 92 проценты республикала белем алыуы төбәк өсөн яҡшы күрһәткес булыуын билдәләй. Радий Хәбиров үҙ сиратында уҡытыусыларҙы әхлаҡи тәртипте күҙәтергә, балаларға ҡарата эҙәрлекләүҙәргә лә юл ҡуймаҫҡа саҡырҙы.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ