Баймаҡ ҡалаһында «Газпром төбәк-ара газ Өфө» һәм «Газпром газ бүлеү Өфө» берҙәм клиент үҙәге асылды

Һәр йортҡа - зәңгәр яғыулыҡ! Баймаҡ ҡалаһында «Газпром төбәк-ара газ Өфө» һәм «Газпром газ бүлеү Өфө» берҙәм клиент үҙәге асылды. Шулай уҡ Баймаҡ районының Яңғаҙы ауылында ҡасаба-ара газ үткәргесе файҙаланыуға тапшырылды һәм беренсе йорт тәбиғи газға тоташтырылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

2021-25 йылдарға «Төбәкте газ менән тәьмин итеүҙе һәм газ үткәреүҙе үҫтереү» программаһы буйынса Баймаҡ районында оҙонлоғо 15 км булған селтәрҙе ҡасаба‐ара газ үткәргесе файҙаланыуға тапшырылды. Ул Ишмөхәмәт һәм Яңғаҙы ауылдарындағы 221 йортто һәм ике ҡаҙанлыҡты зәңгәр яғаулыҡҡа тоташтырасаҡ.

Яңғаҙыла беренселәрҙән булып Гөлнур һәм Азамат Тимербулатовтар йортона “зәңгәр яғыулыҡ” индерелде. Ауылдың күркәм ғаиләләренең береһе быға тиклем өйҙәрен йылытыу өсөн мейескә утын яға.

Шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһында «Газпром төбәк-ара газ Өфө» һәм «Газпром газ бүлеү Өфө» берҙәм клиент үҙәге асылды. 800 квадрат метрҙан ашыу майҙанлы яңы бинала уҡыу класы, һәм газ ҡорамалдарының күргәҙмә залы, көнкүреш биналары, клиенттарҙы ҡабул итеү һәм эш кабинеттары урынлашҡан.

Йорттарҙы тәбиғи газға тоташтырыу - шатлыҡлы ваҡиға. Баймаҡ районы халҡынан йорттарына зәңгәр яғыулыҡ үткәртеү өсөн 2746 ғариза ҡабул ителгән. 2715-һе менән килешеү төҙөлгән, газ торбалары 2038 ғариза биреүсенең участка сигенә тиклем һалынған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ