Рәсәй Президентын һайлауҙа һайлаусыларҙың етмештән ашыу проценты ҡатнашыр тип көтөлә

Рәсәй Президентын һайлауҙа тауыш биреү хоҡуғына эйә граждандарҙың етмештән ашыу проценты ҡатнашыр тип көтөлә. Был турала йәмәғәт матбуғат үҙәгендә ойошторолған брифинг спикерҙары белдерҙе.

Политологтар фаразлауынса, халыҡта бығаса булмаған сәйәси әүҙемлек күҙәтелә. Бығаса гражданлыҡ бурысына өлкән быуын вәкилдәре етдиерәк ҡараһа, был һайлауҙа тап йәштәр сәйәси әүҙемлек күрһәтә, тине күҙәтеүселәр. Был һис шикһеҙ илдең тышҡы сәйәси хәленә бәйле. Йәғни, Рәсәй халҡы ауыр осорҙа берләшә һәм хәүеф янағанда үҙ позицияһын аныҡ күрһәтә белә.

«Рәсәй Президентын һайлау-2024» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә журналистар оператив мәғлүмәт ала. Сәйәси компанияны объектив яҡтыртыу өсөн бында бар шарттар ҙа тыуҙырылған. Эш урындары, компьютерҙар, юғары тиҙлекле интернет һәм тура бәйләнеш алып барыу мөмкинлеге. Үҙәккә саҡырылған политолог, социологтар, күҙәтеүселәр, эксперттар һайлау барышы тураһында һөйләй һәм журналистарҙың һорауҙарына яуап бирә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ