Сәйәсәткә дин теләктәш. Ил президентын һайлауҙың тәүге көнөндә төрлө дин конфессиялары вәкилдәре лә гражданлыҡ бурысын үтәне. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.
Өфө районының Зубов ауылындағы 3360-сы һайлау участкаһында 1800 тауыш биреүсе теркәлгән. Көндөҙгө сәғәт өскә уларҙың 20 проценты һайлаған. Йома намаҙынан һуң юғары мөфтөй килде.
Өфөнөң Октябрь районына ҡараған 238-се һайлау участкаһында урта йәштәгеләр әүҙемлек күрһәтә. Был аңлашыла, эргәләге приборҙар етештереү заводы хеҙмәткәрҙәренең күпселеге бында тауыш бирә. Республика мосолмандары диниә назараты рәйесе сәйәси кампанияға битараф ҡалмаҫҡа саҡырҙы.
Беҙҙең республикала төрлө дин конфессияларына ҡараған күп милләтле халыҡ йәшәй. Берҙәм һәм татыу йәшәү яҡшы киләсәккә нигеҙ.
Мөһим тарихи ваҡиға Рәсәйҙең алдағы йылдарға йүнәлешен билдәләй. Уға йоғонто яһарҙай тауыш бирергә хоҡуғы булған һәр кем гражданлыҡ бурысын үтәргә тейеш.
Рәмилә Исмәғилева



