Өфө медицина колледжында физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн тейешле шарттар тыуҙырылған

Һәр тауыш биреүсегә уңайлы шарттар. Өфө медицина колледжында физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн тейешле шарттар тыуҙырылған. Унда насар күреүсе һәм һуҡырҙар тауыш бирә ала. Уларға тауыш биреү өсөн махсус трафареттар һәм эре шрифт менән кандидаттар тураһында яҙылған мәғлүмәт әҙерләнгән. Өфө һайлау участкаларында тауыш биреү барышын БЮТ хәбәрселәре күҙәтте.

Мөмкинлектәре сикләнгән тауыш биреүселәрҙе ирекмәндәр ишек төбөнән ҡаршы ала. Насар күреүсе кешеләр менән тәжрибәле белгестәр эшләй. Уларға кандидаттар исемлеге яҙылған документ - бюллетень бирелә һәм трафарет ярҙамында тауыш биреү шарттары аңлатыла. Кабинкаға һайлаусылар үҙҙәре генә инә.

208-се тауыш биреү участкаһында медицина колледжында белем алыусы мөмкинлектәре сикле студенттар, яҡын-тирәлә йәшәүселәр тауыш бирә. Иртән оло быуын вәкилдәре айырыуса әүҙемлек күрһәтә, 88 йәшлек Сажиҙә Әхтәрәева лә мөһим сәйәси ваҡиғанан ситтә ҡалмаған.

Яңыраҡ ҡына бер йәшен тултырған бәләкәй Асман да ил кимәлендәге ҙур ваҡиға шаһиты. Уның аҙымдары әлегә ышанысһыҙ, әммә киләсәге ныҡлы, сөнки уның ата-әсәһе киләсәк өсөн үҙ тауышын биргән. Аралбаевтар һайлауға ғаиләһе менән килгән.

Республиканың йәмәғәт палатаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда тауыш биреүҙең тәүге көнөндә һайлаусылар әүҙемлек күрһәткән, ҡайһы бер участкаларҙа сират барлыҡҡа килгән. Нефтекама, Күмертау, Өфө халҡы гражданлыҡ бурысына яуаплы ҡараусылар иҫәбендә.

Лилиә Мәҡсүтова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ