Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы, халыҡ-ара турнирға әҙерләнеү өсөн ойоштороу комитеты булдырыла. Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала быйыл сентябрҙә үтә. Унда ат сабышы, милли көрәш, уҡ атыу, ҡош сөйөү, халыҡ уйындары һәм башҡа ярыштар була. Сарала 100-ҙән ашыу илдән 4 мең кеше ҡатнашыуы көтөлә.







