Йылайыр районында 17 һайлау участкаһы ойошторолған

Йылайыр районында һайлаусылар исемлегендә ун меңгә яҡын кеше, уларҙың 161-е йәшәгән урынынан ситтә тауыш бирә. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән эш буйынса командировкаға килеүселәр ҙә бар. Шулай уҡ сәйәси кампанияла хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ ҙа әүҙем ҡатнаша. Һайлаусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.

Йылайыр ауылындағы һайлау участкаһы бюллетендәрҙе эшкәртеү буйынса ике комплекс менән тәьмин ителгән. Электрон ҡулайлама бер туҡтауһыҙ тиерлек тауыштарҙы ҡабул итә. «Аҡмулла» ҡушаматлы яугир ҙа ғаиләһе менән бергә ил өсөн мөһим сәйәси ваҡиғала ҡатнашып, гражданлыҡ позицияһын күрһәтте. Яҡташыбыҙ «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә, әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялда.

Һайлауҙа һәр тауыш мөһим. Участка комиссияһы ағзалары билдәләүенсә, күрше ауылдарҙан да килеп тотош ғаиләләре менән бергә тауыш биреүселәр бар.

Һайлау участкаһында күҙәтеүселәр ҙә эшләй. Улар сәйәси кампания майҙансығында закон үтәлешенә иғтибар итә, шулай уҡ халыҡтың әүҙемлеген теркәй.

Район буйынса 17 участка ойошторолған, һайлаусылар исемлегендә ун меңгә яҡын кеше. Уларҙың утыҙ проценттан ашыуы Сәйәси кампанияның тәүге көнөндә үк илдең буласаҡ президенты өсөн тауыш биргән

Районда өс йөҙгә яҡын кеше өй шарттарында тауыш бирергә теләк белдергән. Һайлау участкаһы комиссияһы ағзалары алдан билдәләнгән ваҡыт буйынса һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар, өлкән быуын вәкилдәре йәшәгән адрестар буйынса йөрөй. Йөҙ йәшен тултырған Тыл һәм хеҙмәт ветераны Орҡоя Таһирова ла ил киләсәге өсөн тауыш биреп, бюллетенде күсмә йәшниккә төшөрҙө.

Районда һайлау участкаларының күбеһе мәҙәниәт учреждениеларында урынлашҡан. Матрай ауылы клубы биләмәһендә лә ҡышты оҙатыу, яҙҙы ҡаршылау байрамы уҙғарылып, урындағы халыҡҡа, айырыуса балаларға саф һауала күңелле ял ойошторолдо, һәр кем самауыр сәйе, милли ризыҡтар менән һыйланды. Участка комиссияһы ағзалары һайлаусыларҙы милли кейемдәрҙә ҡаршы алды

Ил тарихының яңы битен асҡанда һәр бер тауыш мөһим. Бәләкәй генә ауыл булһынмы, ҙур ҡаламы - һайлау һөҙөмтәләре һәр биләмәнең үҫешенә йоғонто яһаясаҡ. Барыуына ла мәғлүм, Рәсәй берҙәм халҡы менән көслө.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ