Герой ҡатыны, герой әсәһе. Баш ҡаланың «Родина» кинотеатрында үҙенсәлекле фотопроект асылды. Күргәҙмәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәрҙең әсәләре, ҡатындары ҡатнашҡан.
Яугирҙарҙың яҡындары һалдат кителен кейеп, фотоға төшкән. Хәрби форма гүзәл заттар иңенә йөк һәм яуаплылыҡ өҫтәй, шул уҡ ваҡытта ул йылыта. 2022 йылда Һамар ҡалаһында башланған проектты республикала ла күтәреп алғандар. Тәүҙә унда 9 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашһа, бөгөн улар 2 меңдән артҡан. Күргәҙмәлә әле хеҙмәт иткән һәм яуҙа һәләк булған яугирҙарҙың яҡындары ҡатнаша.
Бөгөн экспозиция менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышып, фотопортреттар геройҙары Владислава Белова, Ләйсән Лоҡманова, Наталья Головань һәм Айгөл Байдәүләтова менән аралашты. Төбәк етәксеһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарына батырлыҡтары һәм сабырлыҡтары өсөн рәхмәт әйтте, улар ирҙәрен көтөп кенә ҡалмай, гуманитар йөк йыйыуҙа ла әүҙем ҡатнаша, тип билдәләне.






