Башҡортостанда Белоруссиянан килтерелгән зубрҙар көтөүе үрсетелә

Улар ҡырыҫ Урал тәбиғәте шарттарында йәшәүгә яраҡлаша. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. «Мораҙым тарлауығы» биләмәһендә урынлашҡан мөһабәт хайуандар көтөүен беҙҙең ижади төркөм барып күрҙе. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡортстанға алынған зубрҙар эргәһенә барыр өсөн ҡаргиҙәрҙәрҙә ике саҡрымдан ашыу юл үтергә кәрәк.

Белорусиянан алып ҡайтылған йән эйәләре Күгәрсен районындағы «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы менән сиктәш дәүләт зоология заказнигы биләмәһенә ебәрелгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүге туғыҙ зубр республикаға былтыр май айында алынғайны. Улар өсөн Башҡортостан ерендә өсәр гектар майҙанды биләгән өс вольер бүленгән. Хайуандар унда ҡырағай тәбиғәткә яҡын шарттарҙа зоология заказнигы белгестәренең даими күҙәтеүендә. Үҙҙәрен тыныс тота, вольер хужалығы инспекторҙарынан ятһырамай.

«Башҡорт зубрҙары» фәнни проект. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң улар Башҡортостан тәбиғәтенә ерегергә тейеш. Бегестәр аҙнаһына бер-нисә тапҡыр Белорусияның ғалим-зоологтарынан видеобәйләнеш ярҙамында консультация ала, ҡырағай малдарҙы тәрбиәләү, үрсетеү тәжрибәһен өйрәнә. Әйткәндәй, карантин үткәндән һуң ҡырағай тәбиғәт шарттарына ебәрелгәндәре лә быға тиклем аҫралған вольерҙарға бер үк ваҡытта ашарға килә, тип билдәләй белгестәр. Зубрҙар уҫаҡ, ағас ҡабығы, ҡылған менән туҡлана. Вольер инспекторҙары уларҙы даими тәрбиәләй, улаҡтарға етәрлек кимәлдә сөгөлдөр, кишер, бойҙай фуражы һала, сенаж, силос , бесән бирә. «Беловежская пуща» милли паркынан республикаға ҡайтарылған зубрҙар беҙҙең тәбиғәтте үҙһенеп, эйәләшеп тә өлгөргән.

Республиканың климат шарттары, аҙыҡ базаһы зубрҙарға тап килә. Уларҙың үҫеше тыныс шарттарҙа бара. Май-июнь айҙарына Башҡортостан шарттарында быҙауҙары тыуыуын көтәбеҙ.

Игорь Минеев, «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркының айырым структур бүлексәһе етәксеһе

Әлеге ваҡытта «Мораҙым тарлауығы»на яҡын биләмәлә 18 баш зубр бар. Уларҙың алтауһы карантинда. Өс айлыҡ карантин тамамланыу менән ҡырағай хайуандар иреккә ебәреләсәк. «Башҡорт зубрҙары» проекты сиктәрендә 2025 йылда республикаға тағы ла 9 зубр алыу күҙаллана.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ