Максим Забелин Өфөнөң 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе

Башҡортостан башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин бөгөн Өфөнөң «Башҡортостан» концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе.

Максим Забелин һайлау участкаһына ғаиләһе менән килде. Өфөнөң тарихи үҙәгендә урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһы төбәктә иң ҙуры тип иҫәпләнә, бында 2 мең 350 тауыш биреүсе теркәлгән. Бында һәр сәйәси компания байрамса шарттарҙа үтә. Был юлы ла һайлаусылар өсөн ҡул эштәре күргәҙмәһе эшләне, сәхнә оҫталары сығыш яһаны. Фойела уҡ халыҡты йыр-моң, күтәренке кәйеф менән ҡаршы алалар. Тауыш биреүселәргә «Рәхмәт 2024» акцияһы сиктәрендә беләҙек һәм куаркод менән билеттар тапшырылды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ