Благовещен ҡалаһында тауыш биреүселәрҙе музыкаль бүләк менән ҡаршы алдылар

Бөгөн Рәсәй Президентын һайлауҙың икенсе көнө. Республиканың төрлө участкаларында йәшәүселәр гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәй. Благовещен ҡалаһында тауыш биреүселәрҙе музыкаль бүләк менән ҡаршы алдылар. Ә Бөрөлә сәйәси кампанияла йәштәрҙең әүҙем ҡатнашыуы теркәлгән.

Будильник урынына халыҡ көйҙәре. Иртәнге 8-ҙән һайлау участкаларында милли ансамблдәр сығышы. Күңелле йырҙар, тәмле ҡоймаҡ менән һыйланыу... Масленица уңайынан үткәрелгән акция сәйәси сараға килеүселәрҙең кәйефен күтәрҙе.

Кисәге һайлау күрһәткестәренә ярашлы, был участкала халыҡтың 28 проценты гражданлыҡ бурысын үтәгән. Сәйәси кампанияла һайлаусыға тауыш биреү өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Бюллетендәр электрон эшкәртеү комплексына төшөрөлә. Тауыштарҙы автоматик рәүештә һанаған ҡоролма күҙәтеүселәр эшен ярайһы уҡ еңеләйтә.

Ә Бөрө һайлау участкаларының береһендә балалайка көйҙәре ағылды. Был участканың яртыһы тиерлек һайлауҙың беренсе көнөндә үҙ кандидаты өсөн тауыш биреп өлгөргән. Кемдер гражданлыҡ бурысын тәүгә үтәргә килгән.

Беренсе һайлау һәр саҡ тулҡынландырғыс. Тик был тойғо өлкән йәштәгеләр өсөн дә ят түгел. Ни тиһәң дә, һәр беребеҙҙең тауышынан илдең киләсәге тора.

Ә һайлауға килә алмаусыларға участка вәкилдәре үҙҙәре бара. Йәмғеһе өйҙә тауыш биреүгә 19 кеше заявка ҡалдырған. Мөмкинлек менән, ғәҙәттә, инвалидтар һәм пенсионерҙар файҙалана.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ