Һайлау участкаларында өс телдә тауыш бирергә мөмкин

Рәсәй Президентын һайлауға әҙерләнгән 3 миллионға яҡын бюллетендең 358 мең 900-е башҡорт, 162 мең 900-е татар телендә баҫылған.

Өфөнөң Мөғин Нагаев исемендәге 160-сы лицейы баш ҡаланың Колгуев микрорайонында урынлашҡан. Ул яңы, йәштәр күпләп йәшәгән биҫтәләрҙең береһе. Әле белем усағында 3511-се һайлау участкаһы эшләй. Комиссия ағзалары әйтеүенсә, һайлау тыныс, законға ярашлы бара. Халыҡ тауыш бирергә байрамға килгән һымаҡ күтәренке кәйефтә килә. Быйыл туған телдә бюллетень һораусыларҙың артыуы күҙәтелә, үҙебеҙ ҙә тәҡдим итәбеҙ, һорап алыусылар ҙа бар, ти комиссия ағзалары.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ