Был ваҡиға ҡаланың 1410-сы һайлау участкаһында теркәлгән. Тәртип боҙоусының 2005-се йылғы булыуы һәм Бөрө ҡалаһында йәшәүе билдәле. Ул үҙе был хәлде кеҫәһендә ҡапҡасы асылған зеленка һауыты булыуы менән аңлатҡан. Бармаҡтағы йәшел буяуҙы комиссия ағзаһы күреп ҡала. Һөҙөмтәлә ҡыҙ ҡулға алына, диверсия осрағы кисектерелә. Бюллетендәр зыян күрмәй.
Башҡа Башҡортостанда бындай диверсия осраҡтары теркәлмәгән. Сәйәси кампания тәртипкә ярашлы бара. Һайлау комиссияһын эшен тотҡарлау өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Был статья буйынса ул 16 йәштән башлана.



