Һайлау барышын Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенең күҙәтеүселәр миссияһы тикшерә

Башҡортостанда 9 илдән тиҫтәләп вәкил эшләй. Халыҡ-ара күҙәтеүселәр менән һайлау участкаларына БЮТ ижади төркөмө лә сыҡты. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Өфө районының Михайловка ауылы халҡы «Олимп» белем биреү үҙәгендә урынлашҡан һайлау участкаларында тауыш бирә. Бында барлығы 3 мең тирәһе гражданин теркәлгән. Һайлау участкалары эшмәкәрлеге менән халыҡ-ара күҙәтеүселәр танышты. Улар Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе миссияһы сиктәрендә һайлау барышын күҙәтә.

Ҡаҙағстан белгестәре Башҡортостанда тәүге тапҡыр.Эш сәфәре сиктәрендә халыҡ-ара күҙәтеүселәр территориаль һайлау комиссияларының эше менән таныша. Атап әйткәндә, уның составы, һайлаусылар исемлеген төҙөү һәм аныҡлау процесы, урындағы үҙидара органдар менән эш итеү, йәмәғәт ойошмаларының һайлау кампанияларында ҡатнашыуын тикшереүҙән ғибарәт. Ҡаҙағстандың Үҙәк һайлау комиссияһы вәкилдәре үҙҙәрендә һайлауҙың нисек үтеүе менән бүлешә.

Башҡортостанға килгән эшлекле төркөм составында Индонезия, Австрия кеүек 9 ил вәкиле бар. Улар билдәләүенсә, Рәсәйҙә һайлау байрамса үтә, һәм сәйәси сарала ҡатнашыусылар бик күп. Бынан тыш, улар видеокүҙәтеү системаһын, бюллетендәр эшкәртеү комплекстарын юғары баһаланы һәм һайлауҙың асыҡлығына шик булмауын белдерҙе.

Рәсәй Президентын һайлау барышын барлығы 200-гә яҡын халыҡ-ара күҙәтеүсе тикшерә. Улар төрлө төбәктәрҙә эшләй.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ