Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, баш тренер Виктор Козлов һәм генераль директор Ринат Бәширов биләгән вазифаларын һаҡлап ҡаласаҡ. Шулай итеп киләһе миҙгелдә тренер менән функционерға өсөнсө тапҡыр плей-оффтың беренсе раундындағы барьерҙы үтеп ҡарау хоҡуғы биреләсәк.
Әлбиттә, бындай ҡарар күп кенә көйәрмәндәрҙең асыуын ҡабартты. Был аңлашыла, сөнки икенсе йыл рәттән юлаевсылар Гагарин кубогы өсөн көрәштең тәүге стадияһында уҡ төшөп ҡалды. Ә бит хоккей һөйөүселәрҙең быйылғы миҙгелгә өмөттәре ҙур ине. Даими чемпионатты ышаныслы үткән командаға хәл иткес уйындарҙа «Трактор» менән осрашырға тура килде.
Белгестәр бер тауыштан өҫтөнлөк юлаевсылар яғында буласаҡ тип фаразлағайны. Әммә ысынбарлыҡта Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәренең силәбеләргә теше үтмәне. Һөҙөмтәлә серия дәғүәселәр файҙаһына 4-2 иҫәбе менән тамамланды.
Хәйер, быйылғы миҙгел дөйөм алғанда, көйәрмәндәрҙә ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Юҡҡа ғына Өфөләге һәр уйын аншлаг менән менән үтте. Командалағы йәш хоккейсылар ҙа тәжрибә тупланы, тренерҙар штабы өсөн дә һуңғы уңышһыҙлыҡтар оло һабаҡ булды. Ә әлегә «Өфө-арена» ла боҙ ирене. Үҙ вазифаларын һаҡлап ҡалған клуб етәкселегенә команданы көсәйтеү өсөн бөгөндән үк баш ватыу ваҡыты етте.



