Асҡын районы Башҡортостан ауылында йәшәүселәр һайлауҙа әүҙем ҡатнашҡан. Улар күрше Иҫке Ҡаҙансы ауылында урынлашҡан һайлау участкаһына дәррәү барған. Ауыл старостаһы Гөлназ Суфиянова һөйләй.
88 йәшлек хеҙмәт ветераны Сайма Зиннәтова ла һайлауҙа ҡатнашҡан. “Балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙ көслө һәм матур илдә йәшәһен өсөн тауыш бирҙем. Президент булырға лайыҡлы кешене һайланым”,- ти ул.







