Мәғлүм булыуынса, һайлау участкалары киске һигеҙгә тиклем эшләй. Сәйәси кампания ваҡытында Башҡортостанда 3 мең 308 һайлау участкаһы эшләне. Республика халыҡ тәүге көндән үк юғары әүҙемлек күрһтәте, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса төбәк халҡының 78 проценты тауыш биргән. Әммә һандар әленән-әле яңырып тора. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһынан һуңғы яңылыҡтар менән тура бәйләнештә БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова.
БЮТ ижади төркөмө Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында эшен дауам итә. Бында республиканың барлыҡ ҡала-райондарынан мәғлүмәттәр килә. Һуңғы яңылыҡтар менән Республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Венер улы Ғәҙелов таныштыра.
Рәсәй Президентын һайлау кампанияһының яңы һөҙөмтәләрен Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Венер улы Ғәҙелов еткерҙе



