Беҙҙең «көмөш» туристар сит илдә Рәсәй президенты өсөн тауыш бирҙе

«Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһы сиктәрендә ошо көндәрҙә яҡташтарыбыҙ Белоруссия буйлап сәйәхәт итә. Республиканың төрлө ҡала-райондарынан 44 кеше Минскиҙағы Рәсәй илселегенең һайлау участкаһында гражданлыҡ бурысын үтәне.

Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. «Был тауыштар айырыуса ҡиммәтле. Беҙҙең өлкән быуын - бай тормош тәжрибәһе булған кешеләр. Улар һәр ваҡыт һайлауҙа әүҙем ҡатнаша һәм үҙ иленә, уның киләсәгенә битараф булмаған мөнәсәбәт өлгөһө күрһәтә, тип билдәләнән Башҡортостан башлығы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ