Хәйбулла районы үҙәгендә ҡышты оҙатыу, яҙҙы ҡаршылау байрамы үтте. Күләмле сараның мәҙәниәт йорто алдында ойошторолоуы урындағы участкала һайлаусылар әүҙемлеген көсәйтте. Урал аръяғында урынлашҡан районда БЮТ ижади төркөмө эшләй. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә
Ҡоймаҡ күп кенә халыҡтарҙа ҡояшты символлаштыра. Ҡышты оҙатыу байрамына мотлаҡ рәүештә ошо ҡамыр ашы бешерелә. Хәйбулла районы үҙәгендә ойошторолған сарала мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре көсө менән тәмле аш-һыу әҙерләнһә, үҙешмәкәр коллективтар йыр-бейеүҙәр менән һөйөндөрҙө.
Байрам сиктәрендә балалар өсөн арҡан тартышыу, балыҡ ҡармаҡлау кеүек ярыштар уҙғарылды. Был арала өлкәндәр район мәҙәниәт йортонда ойошторолған һайлау участкаһында гражданлыҡ бурысын үтәне.
Яҙ - яңырыу ваҡыты. Һәр кем һайлау һөҙөмтәләренең дә тотош ил үҫешенә яңы көс өҫтәр тип ышана.
Район мәҙәниәте йортонда ойошторолған участкаға туғыҙ урам халҡы ҡарай, бында башлыса өлкән быуын вәкилдәре йәшәй, һайлауҙың тәүге көнөнән улар әүҙем тауыш бирә.
Хәйбулла районында һайлаусылар исемлегендә 21 меңдән ашыу кеше, уларҙың биш йөҙө ғариза буйынса өйҙә тауыш бирҙе. Сәйәси кампания өсөнсө көн ойошҡан үтә.
Һайлау участкалары ябылыуға һанаулы ғына ваҡыт ҡалды, өҫтәлдәге бюллетендәр ҙә кәмегәндән кәмей. Ҡеүәтле илдең киләһе йылдарға үҫешен билдәләгәндә һәр бер тауыш мөһим. Ни тиһәң дә, бөгөн Рәсәй тарихының яңы бите асыла.
Гөлназ Хәйбуллина






