Федоровка районы Бала Сытырман ауылында ла һайлауға килгән халыҡ Мәҙәниәт йорто алдында ойошторолған ҡышты оҙатыу байрамына тамаша ҡылды.
Элек-электән төрлө милләт вәкилдәре татыу ғүмер иткән ауылда милли йолаларҙы тергеҙеү һәм үҫтереүгә иғтибар ҙур. Байрамда балалар һәм өлкәндәр ҡыштың ҡарасҡыһын яндырҙы, күңелле уйындарҙа көс һынашты. Ауыл мәҙәниәт йорто ижади коллективтары ауылдаштарға байрам концерты тәҡдим итте. Һайлауҙан һуң асыҡ һауала күңел асыу һәр кемдең күңеленә хуш килде.






