Өфө тимер юл вокзалы хеҙмәткәрҙәре эш урынында уҡ гражданлыҡ бурысын үтәй алды

Рәсәй Президентын һайлау өсөн вокзал эсендә айырым һайлау участкаһы эшләне. Тимер юл вокзалында был уңайлыҡ һуңғы 15 йылда ойошторола. Һайлауҙың тәүге ике көнөндә тауыш биреүселәрҙең яртыһынан күберәге гражданлыҡ бурысын үтәгән. Бөгөн дә үҙ кандидатын һайларға теләүселәр ағымы туҡтамай.

Беҙҙең һайлау участкаһы башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмай. Шулай уҡ йәшерен тауыш бирелә, бюллетендәр урналарға төшөрөлә. Вокзалда уҡ һайлау участкаһы булыуы хеҙмәткәрҙәр өсөн бик уңайлы. Йәғни, улар эшкә килгәндә, йәки төнгө сменанан һуң ҡайтып барғанда, урында уҡ гражданлыҡ бурысын үтәй ала.

Артём Чирко, 425-се һайлау участкаһы рәйесе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ