Өфөгә «Дөрөҫлөктә - көс!» тип исемләнгән агитация поезы килде

Илһөйәрлек акцияһы Рәсәйҙең Оборона министры Сергей Шойгу ҡушыуы буйынса 23 февралдә башланып, 8 майға тиклем дауам итә. Өфөгә тиклем тимер юл составы ете тиҫтәгә яҡын ҡалала булып өлгөргән. Еңеү көнөндә иһә ул Мәскәүҙең Беларус вокзалына килеп туҡтаясаҡ. Вагондарҙа Бөйөк Ватан һуғышы заманы экспонаттары һәм бөгөн махсус хәрби операцияла файҙаланылған хәрби техника менән танышырға мөмкин ине. Эшелондағы иң ҡыҙыҡлы экспонаттарҙың береһе - ул Берлин өсөн көрәш ваҡытында Рейхстаг ҡыйығына ҡаҙалған Еңеү байрағының тулы күсермәһе.

Өфөлә агитация поезы иртәнге 10-дан көндөҙгө 3-кә тиклем вокзалда булды. Тематик экспозиция менән танышырға бик күп ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары килгәйне. Улар иғтибарына патриотик рух менән һуғарылған концерт тәҡдим ителде. Осрашыу сиктәрендә Башҡортостан һәм Севастополдәге Павел Нахимов исемендәге Ҡара диңгеҙ юғары хәрби-диңгеҙ училищеһы араһында килешеү төҙөлдө. Уға ярашлы, беҙҙең төбәк үҫмерҙәре уҡыу йортона уҡырға ингәндә өҫтөнлөк менән файҙалана.

Башҡортостан шул иҫәптән абруйлы диңгеҙселәре менән билдәле. Ошо династиялар дауам итһә, беҙ шат буласаҡбыҙ. Беҙҙең училищеға ла диңгеҙҙе яратҡан егеттәр талап ителә.

Александр Гринкевич, Акция етәксеһе, П.С. Нахимов исемендәге Ҡара диңгеҙ юғары хәрби-диңгеҙ училищеһы директоры

Илдә бер нисә һыу өҫтө һәм һыу аҫты караптары «Өфө» исемен йөрөтә. Улар Башҡортостан шефлығына алынған. Училищены тамамлаған курсанттар ошо кораблдәрҙә хеҙмәт итһә, был республика өсөн ғорурлыҡ булыр ине.

Ирек Сәғитов, Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ