Шуға ла һайлауҙа ҡатнашырға теләгән, әммә теге йәки был сәбәп буйынса өйҙәренән сыға алмағандарға өйҙә тауыш биреү мөмкинлеге бирелгән. Ошондай хоҡуҡ менән Шаран районы Дүртөйлө ауылынан Татьяна Алексеева файҙаланды. Участка комиссияһы ағзалары оло быуын вәкиле йәшәгән йортҡа килде.
Татьяна Васильевна бөгөн Башҡортостанда иң оҙаҡ йәшәгән кешеләрҙең береһе. Дөйөм алғанда, Шаран районында 16 меңгә яҡын һайлаусы иҫәпләнә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, төбәк граждандар әүҙемлеге күрһәткесе буйынса республикала алдынғалар иҫәбендә.
Һайлауға килә алмағандарҙың өйҙәренә йөрөү өсөн 126 хеҙмәткәр әҙерләгән. Улар уҡыуҙарҙа ҡатнашҡан , тейешле мәғлүмәт материалдары, таныҡлыҡ һәм экипировка менән тәьмин ителгән.



