Рәсәйҙең ғәмәлдәге Президенты Владимир Путин һайлауҙа йәнә ышаныслы еңеү яуланы

Рәсәйҙең ғәмәлдәге Президенты Владимир Путин 15 марттан 17-нә тиклем үткән ил Президенты өсөн һайлауҙа йәнә ышаныслы еңеү яуланы.

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының бөгөн иртәнге сәғәт 9-ҙағы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда Владимир Путин өсөн һайлаусыларҙың 90,90 проценты тауыш биргән.

КПРФ вәкиле Николай Харитонов - 3,68, ЛДПР лидеры Леонид Слуцкий - 2,69, «Яңы кешеләр» партияһынан Владислав Даванков - 1,89 процент тауыш йыйған.

Төбәктә һайлаусылар әүҙемлеге 83,86 процент тәшкил иткән. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында билдәләнеүенсә, дөйөм алғанда, 99,66 процент протоколдарҙы тикшереү һөҙөмтәләре Владимир Путиндың Рәсәй буйынса яҡынса 87,32 процент тауыш йыйыуын дәлилләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ