Ике аҙналыҡ отпуск тамам. Был юлы «Өфө-арена» спорт комплексы майҙанынан «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы һалдаттарын оҙаттылар. Улар менән һаубуллашырға тормош иптәштәре, яҡындары һәм дуҫтары килгәйне. Яугирҙар уңайлығы өсөн республика тарафынан юғары комфортлы автобустар бүленгән. Алда уларҙы ике көнлөк юл көтә.
Ғәҙәттәгесә, яугирҙарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов оҙатып ҡалды. Дәүләт эшмәкәре белдереүенсә, «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы махсус хәрби операцияла алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә һәм хәрби бурысын лайыҡлы үтәй. Ирек Сәғитов яугирҙарҙың ғаиләләренә мөрәжәғәт итеп, һәр ваҡыттағыса төрлө яҡлы ярҙам күрһәтергә әҙерлеге тураһында белдерҙе.






