Хәйбулла районында уҡыусылары араһында воллейбол буйынса ярыш уҙҙы

Хәйбулла районында әүҙем волейбол спорт уйынына айырыуса иғтибар бүленә. Бүребай ауылындағы «Таусы» физкультура-һауыҡтырыу комплексында район уҡыусылары араһында ярыш уҙҙы. Спорт сараһын ойоштороусылар йәш волейболсыларҙың оҫталығын күтәреү мөһимлеген билдәләне. Турнирҙың төп маҡсаты-сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау.

Волейбол ярышында 80 спортсы ҡатнашты. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, команда ағзалары юғары уйнау оҫталығын күрһәтте. Егеттәр араһында иң яҡшы һөжүмсе тип Илназ Минһажев, ә ҡыҙҙарҙан Виктория Матвеева иң көслө уйынсы тип танылды. Гүзәл заттар командаһы араһында үткәрелгән ярыш һөҙөмтәһендә Аҡъяр ауылының 2-се мәктәбе волейболсылары беренсе урын яуланы. Үҫмер егеттәр араһында беренселек Бүребай ауылы мәктәбе командаһына бирелде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ