Республика халҡы юғары электораль әүҙемлек күрһәткән

Исемлеккә индерелгән һайлаусыларҙың 83,73 проценты - 2 миллион ярымға яҡыны гражданлыҡ бурысын үтәгән. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Владимир Путин 90,9 процент тауыш йыйған. Икенсе урында 3,69 процент менән КПРФ вәкиле Николай Харитонов килә, ә бына ЛДПР партияһынан Леонид Слуцкий өсөн һайлаусыларҙың 2,72 процент тауыш бирһә, «Яңы кешеләр»ҙән Владислав Даванков 1,88 процент йыйған.

Комиссия ултырышында һайлау һөҙөмтәләре протоколы раҫланды, ул Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһына ебәрелә. Илдең барлыҡ субъекттарынан да протоколдар ҡаралғас, һайлауға бәйле йомғаҡлау протоколы әҙерләнәсәк. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда сәйәси кампания штат режимда, тыныс шарттарҙа үтте, тәртип боҙоуҙар теркәлмәне.

Азат Ғәлимханов, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе

Үҙәк һайлау комиссияһының ҡыҙыу линияһына граждандарҙан 179 шылтыратыу ҡабул ителгән. Улар башлыса мобиль һайлаусы, һайлау участкаһының эш ваҡыты кеүек мәғлүмәти һорауҙарҙы берләштергән. Өс көн дауам иткән һайлауҙа граждандар 15 мартта әүҙем тауыш биргән, тәүге көндә 36 процент кеше гражданлыҡ бурысын үтәгән. Район-ҡалаларҙың әүҙемлегенә килгәндә Благовар, Бүздәк, Тәтешле, Илеш, Мәсетле, Ғафури, Шаран, Федоровка, Көйөргәҙе, Балтас, Асҡын райондарында йәшәгән халыҡтың 90 проценты тауыш биргән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ