Беҙҙең алда үҫеш юлындағы алты йыл бар. Барыбыҙ ҙа ил ҡаҙанышы, киләсәге лә беҙ һәм лидерыбыҙ Владимир Путин менән берҙәм эш алып барыу һөҙөмтәһе икәнлеген яҡшы аңлай. Был һайлау илебеҙҙең иҫ киткес берләшеүен сағылдырҙы, тине Радий Хәбиров сәйәси кампанияға һығымта яһап.
Республика башлығы әйтеүенсә, Башҡортостан ғәҙәттәгесә сәйәси әүҙемлек күрһәтте. Тауыш биреүгә хоҡуҡлы граждандарҙың 83 проценттан ашыуы конституцион хоҡуғы менән файҙаланған. Радий Хәбиров республика халҡына, һайлауҙы ойоштороусыларға ла ҙур рәхмәтен белдерҙе.



