Был мәсьәлә Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән сираттағы «Ҡала мөхите сәғәте»ндә тикшерелде. Кәңәшмәлә республиканың тораҡ пункттарында йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү проекттары ҡаралды. Урмансылар паркы биләмәһендә заманса зоопарк булдырыу концепцияһы менән Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев таныштырҙы.
Проект парк биләмәһен, шул иҫәптән ғәмәлдәге вольер хужалығын төҙөкләндереү сиктәрендә бер нисә этапта тормошҡа ашырыла. Яңы зоопарк Рәсәй һәм халыҡ-ара тәжрибәне иҫәпкә алып төҙөләсәк. Концепция контакт зоопаркы, йәйәү йөрөү зонаһы, дөйөм туҡланыу урындары, уйын майҙансығы булдырыуҙы үҙ эсенә ала.
Башҡортостан башлығы тәҡдим ителгән проектты хупланы һәм ғаилә ялы өсөн уңайлы булырға тейешлеген билдәләне. Дөйөм алғанда быйыл республикала «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә 123 биләмәне тәртипкә килтереү планлаштырыла. Төҙөкләндереү объекттары урындағы халыҡтың фекерен иҫәпкә алып билдәләнә.






