Хәйбулла районында ата-әсәләргә һәм балаларға психологик-педагогик һәм консультатив ярҙам хеҙмәте белгестәре менән осрашыу ойоштолдо. М. Аҡмулла мсемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө, Баймаҡ ҡалаларының республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методик үҙәктәре белгестәре менән уҡыу саралары райондың бер- нисә ауылында уҙҙы. Сиҙәм ҡасабаһында ойошторолған консультациялар хаҡында киләһе яҙмала.
Гаджеттар, социаль һәм нейроселтәрҙәр үҫешкән донъяла үҙаллы хәл итеү ауыр булған мәсьәләр йыш осрай. Сетерекле һорауҙар, депрессия, ауыр аралашыу, ғаиләлә йәки мәктәптә күңелһеҙ хәлдәр.. Өлкәндәргә проблеманы билдәләп, бала менән уртаҡ тел табып, нисек ярҙам итергә? Был мәсьәләләрҙә Сиҙәм ауылы халҡына Өфө, Баймаҡ социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методик үҙәктәре белгестәре консультатив ярҙам күрһәтте.
Белгестәр психологик һәм коррекция йүнәлешендәге дәрестәр үткәрҙе. Был уларға аралашыуҙы яҡшыртырға, күңел көсөргәнеше менән көрәшергә, буллингҡа бирешмәҫкә ярҙам итә. Шулай уҡ ата-әсәләргә лә консультация ярҙамы күрһәтелде. Белгестәр балаларҙың тәртибе кире яҡҡа үҙгәреү сәбәптәрен, ата-әсәнең деструктив тәртипте иҫкәртеүҙәге ролен аңлатты. Өлкәндәргә стрессты бөтөрөү, иғтибар, хәтер үҫтереүгә йүнәлтелгән күнекмәләр һәм күнегеүҙәр айырыуса ҡыҙыҡлы.
Ике сәғәт самаһы дауам иткән осрашыу ата-әсәләргә балаларын яҡшыраҡ аңларға, ауыр минуттарҙы бергәләп хәл итергә ярҙам итәсәк. Ата-әсәләр консультация алыу өсөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ата-әсәләргә психологик-педагогик һәм консультация ярҙамы үҙәгенә ҡыҙыу линия телефоны аша мөрәжәғәт итә ала. 8-800-23-44-765.
Гүзәл Борханова






