Яҙғы ҡояш, тәмле ҡоймаҡ. Шаран ауылының үҙәк майҙанында ҡышты оҙатыу байрамына арналған шаян йырҙар, уйын-көлкө аҙна буйына дауам итте. Бай концерт программаһы һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Үҙәк майҙанда олоһо-кесеһе төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа үҙ көсөн һынап ҡарайны. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Байрамды йомғаҡлап, ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршылау аҙнаһының төп йолаһы ҡурсаҡ һыны яндырылды. Халыҡсан сара ҡатнашыусыларға кәйеф һәм ыңғай тәьҫораттар бүләк итте.






