Республикала «Рәхмәт-2024» акцияһының бишенсе этабына йомғаҡ яһалды

Еңеүселәр исемлеге тағы ла 46 кешегә тулыланды. Бүләк отоусыларҙың географияһы ла киң. Төбәктә йәшәүселәр араһында һәр кемдең телевизор, ноутбук йәки электр самокаты эйәһе булыу мөмкинлеге бар. Еңеүселәр:»Илдең киләсәге мөһим булғанға һайлауға килдек» тигән фекерҙә. Сәйәси сарала ғаиләләре менән тауыш биреүселәр күпселекте тәшкил итә. «Рәхмәт» акцияһы тураһында халыҡ телевидение аша бирелгән мәғлүмәт ярҙамында белгән. Отошло QR-кодтарҙың күплеге ғаиләләргә еңеүгә ышаныс бирә.

Ойоштороусылар сайтта билет теркәгәндә һәм шәхси мәғлүмәттәрҙе индергәндә иғтибарлы булыу тураһында иҫкәртә. Уйындан һуң колл-үҙәк хеҙмәткәрҙәре еңеүселәргә бүләкте ҡайҙа һәм ҡасан алырға кәрәклеге тураһында шәхсән шылтыратасаҡ. Билет отошло булып, ойоштороусыларҙан шылтыратыу булмаған осраҡта, электрон почтаға яҙырға кәрәк. raxmat2024@gmail.com

Башҡортостан Хөкүмәтенә рәхмәт. Бындай ҙур бүләк отоуға ихлас ҡыуандыҡ. Ҡалған билеттарҙы уйнатыу өсөн акция сайтындағы яңылыҡтарҙы бөтә туғандарыбыҙ менән даими күҙәтеп барасаҡбыҙ.

Элиза Шакирова һәм Дмитрий Соловьев, «Рәхмәт- 2024» акцияһында бүләк отоусылар
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ