Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумын быйыл көҙ Өфөлә уҙғарыу тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы.
Дәүләт Башлығының ҡарары - республиканың донъя кимәлендәге сараны Өфөнөң 450 йыллығы билдәләнгән йылды Башҡортостандың баш ҡалаһында уҙғарыу тураһындағы тәҡдименә яуап. Ошо уңайҙан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә республикаға күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт белдергән. «Быйыл баш ҡалала файҙаланыуға тапшырыласаҡ юбилей объекттары араһында форумда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтарға күрһәтерлек эре спорт үҙәктәре лә бар. Форум юғары кимәлдә үтһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ» тип белдергән Башҡортостан башлығы.



