Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәүсе Тәнзилә Байрамғолова 85 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршыланы

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Тәнзилә Байрамғолова 85 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршыланы. Фиҙәҡәр хеҙмәте менән республика үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәт ветеранының шатлығын БЮТ ижади төркөм дә уртаҡлашты.

Тәнзилә Йомағужа ҡыҙының йөҙөнән нур бөркөлә. Яҡташтары уны оло йәрәкле, диндар, ихлас булғаны өсөн ярата, хөрмәт итә. 85 йәшен ағинәй күркәм ғүмер юлы үтеп, дүрт бала үҫтереп, яҡындарына рәхмәтле булып ҡаршылаған.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға ни бары ике йәш була. Дәһшәтле йылдар хәтирәләре ағинәйгә бөгөн дә тынғылыҡ бирмәй. Ул да ғүмере буйы атаһын яуҙан көтөүселәр быуынынан.Яҙмыш Тәнзилә Байрамғолованың тормош юлында төрлө һынауҙар ҡуя.Әммә ул ауырлыҡтарҙы рух ныҡлығы, сабырлығы ярҙамында лайыҡлы үтә

Геройыбыҙ колхоз эшенә лә бик иртә егелә. Тәнзилә Йомағужа ҡыҙы хеҙмәт юлын 16 йәшендә һауынсы булып башлай. Математиканан яҡшы өлгәшеүе һатыусылыҡ эшенә һөйөү уята. Хаҡлы ялға сыҡҡансы сауҙа өлкәһендә хеҙмәт итә.Социалистик ярыш еңеүсеһенең ғаилә архивында тиҫтәләгән маҡтау ҡағыҙҙары һәм наградалары һаҡлана. Лайыҡлы тормош юлы үткән юбиляр менән балалары ла хаҡлы ғорурлана.

Олоғайған көнөндә Тәнзилә Йомағужа ҡыҙы балаларының ҡәҙер-хөрмәтен күреп ғүмер итә. Ағинәйҙең тормош тәжрибәһе, кәңәштәре, бала-сағаларын бәлә-ҡазаларҙан аралай. Бәхетле әсәй, өләсәй ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәләрен донъяға рәхмәтле булып йәшәргә өндәй.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ