Яугирҙар Ватанды һаҡлағанда, тылдағылар улар тураһында хәстәрлек күрә. «Хеҙмәт резервтары» хәйриә фонды Өфө районы ирекмәндәрен берләштереп, сираттағы гуманитар ылау әҙерләй. Чесноковка ауылында урынлашҡан штабҡа төрлө әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡтары, маскировка селтәрҙәре йыйыла. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Һәр маскировка япма ҡул эше һөҙөмтәһе. Уны үреү өсөн селтәр, махсус туҡыма һатып алына, уңайлыҡ өсөн станок эшләнә. Маскировка саралары алғы һыҙыҡта хәрби һәм разведка хәрәкәттәренең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Улар ялан позицияларын, техниканы, һалдаттарҙы йәшереү өсөн кәрәк. Селтәрҙәрҙе «Хеҙмәт резервтары» хәйриә фонды ирекмәндәре бер йыл самаһы үҙҙәре уйлап сығарған схемаға ярашлы үтә.
«Хеҙмәт резервтары» командаһы һәүәҫкәр спорт төрҙәрен үҫтереү маҡсатында асыла. Махсус хәрби операция башланыу менән һалдаттарға ярҙам итеү маҡсаты беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерҙе, ти ирекмәндәр. 2022 йылда ошо уҡ исемле хәйриә фондын булдырып, мобилизацияланған ир-егеттәргә кәрәк-яраҡ әйберҙәр, ҡоролмалар ташыйҙар.
Ирекмәндәр хәрәкәтенә Өфө районының барлыҡ ауылдары тиерлек, эшҡыуарҙар ҡушылған. Улар иғәнә йыйып аҙыҡ-түлектән алып видеокүҙәтеү, тепловизорҙар, УАЗ машиналарына тиклем гуманитар йөк туплап, алғы һыҙыҡҡа илтә.
Гуманитар миссияға теләгән һәр кем ҡушыла йәки ярҙам итә ала. Хәйриә фонды барлыҡ мәғлүмәтте fond102.ru сайтына беркетеп бара. Ирекмәндәр белдереүенсә, был юлы йыйылған йөктө бер машинаға ғына һыйҙырырлыҡ түгел, шуға күрә яҡын арала ике рейс яһау күҙаллана.
Әлфинә Килдейәрова






