Быйыл республикала «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә күп фатирлы 727 йортта төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ. Күләмле ремонтты тормошҡа ашырыу өсөн төбәккә 5,5 миллиард һум аҡса йүнәлтелә.
Капиталь ремонт талап ителгән объекттар исемлегендә Октябрь проспекты, 64-се йорт та бар. Эшселәр торлаҡтың ҡыйығын алмаштырып, подъезды тәртипкә килтерергә әҙерләнә. Программаға ярашлы, быйыл ҡыйыҡтарҙы яңыртыу өсөн сумма 430 миллион һумға тиклем арттырылды, был аҡсалар 128 йорттоң ҡыйығына өҫтәмә ремонт яһарға мөмкинлек бирәсәк.
Апрелдә капиталь ремонт Өфө, Асҡын, Иглин, Шишмә һәм Стәрлебаш райондарында көтөлә. Төҙөкләндереү күп фатирлы 38 йорттоң 117 подъезын тәртипкә килтерергә мөмкинлек бирә. Төҙөүселәр стеналарҙы һәм түбәләрҙе буяп, ағас тәҙрәләрҙе пластикҡа алмаштыра, яңы почта йәшниктәре ҡуясаҡ. Программа сиктәрендә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн подъезды пандустар менән йыһазландырыу ҡаралған. Подъездарҙа ремонтты 2024 йылдың сентябрендә тамамлау күҙаллана.



