Өфөлә экотакси. Руль артында - Валерия Кирәева,ҡала халҡынан сүп-сар йыйып уны ҡабул итеү пункттарына алып китә. Ҡаты ҡалдыҡтар тапшырып йыйылған аҡсаны баш ҡалалағы хосписҡа йүнәлтә. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Валерия менән осрашыуға бер кем дә буш ҡул менән килмәй. Экоирекмәндең маҡсаты изге - ҡабул итеү пункты һәм планетаның яҙмышы менән битараф булмағандар араһында бәйләнеш булдырыу. Ике аҙна һайын Валерия алдан заявка бирелгән адрестар буйынса сүп-сар алып китә.
Ирина сүп-сарҙы сорттарға айырыу эшенә пандемия ваҡытында тотонған. Изге эшкә ғаиләһен дә йәлеп иткән, яҡшы өлгөгә дуҫтары ла эйәргән. Улар ҙа экомобиль хеҙмәттен файҙалана башлаған. Тик бөтә ҡалдыҡтар ҙа таҙартылырға, киптерелергә һәм тоҡтарҙа йыйылырға тейеш. Быяла-быялаға, ҡағыҙ - ҡағыҙға айрыла. Валерия ҡалдыҡтарҙың ғәҙәти ҡабул итеү пункттары ҡабул итмәгән төрҙәрен да ала - улар ҡайһы бер пластик өлгөләре, лампочкалар, батареялар, һыу фильтрҙары.
Сорттарға айырылған сүп-сарҙы экотакси хужабикәһе ике аҙнаға бер тапҡыр бушлай килеп ала. Валерия уны ҡабул итеү пункттарына илтә. Был ғәмәлдәр барыһы ла «Сүп - сарТапшырҙымҒүмерБүләкИттем» акцияһы сиктәрендә башҡарыла. Йыйылған килем хәйриә эшмәкәрлегенә йүнәлтелә. Шулай уҡ теләгән һәр кем үҙе килеп, тормош-көнкүреш ҡалдыҡтарын тапшыра һәм акцияла ҡатнаша ала.
Экотаксиға ғаризаны «сүп-сар тапшырҙым - ғүмер бүләк иттем» һүҙҙәре менән бәйләнештә төркөмөндә ҡалдырырға була. Унда шулай уҡ сүп-сар йыйыу ҡағиҙәләре менән дә танышырға мөмкин. Йыйылған аҡса изге эшкә тотоноласаҡ - был тормош-көнкүреш ҡалдыҡтарын сорттарға айырыу өсөн яҡшы сәбәп булып тора.
Гүзәл Борханова






