Башҡортостанда сәсеүгә орлоҡтоң 99 проценты әҙер

Вице-премьер –Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, мөһим баҫыу культуралары сеймалы буйынса артыҡ ҡытлыҡ юҡ. Хәҙер сит илдән орлоҡ күпләп индерелмәй, үҙебеҙҙең селекция компанияларына өҫтөнлөк бирелә. “Яғыулыҡ һәм минераль ашламалар буйынса мәсьәлә хәл ителә”, - тине Илшат Фәзрахманов.

Башҡортостанда сәсеүгә орлоҡтоң 99 проценты әҙер

Илеш районының “Куйбышев” исемендәге кооператив трактор-агрегаттарҙы сәсеүгә әҙерләй. Уҙған йылда хужалыҡта 103 миллион һумға яңы техника һатып алынған. Быйыл “Кировец” тракторы һәм уға сәсеү комплексы ҡайтарылған. Хужалыҡтың инженеры Изфат Ғәзетдинов һөйләй.

Башҡортостанда сәсеүгә орлоҡтоң 99 проценты әҙер

Быйыл республикала яҙғы сәсеү 2 миллион гектарҙа планлаштырылған. Шәкәр сөгөлдөрө, майлы һәм мал аҙығы культуралары майҙандарын арттырыу ҡарала.

Фото №1 - Башҡортостанда сәсеүгә орлоҡтоң 99 проценты әҙер
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ