Мишкә районында янғын иҫкәртеү приборы ярҙамында күп балалы ғаилә ҡотҡарылған

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға Ирсай ауылында булған. Кисен ағас йортта ут сыҡҡан. Мини-датчик тауышын ишетеп ҡалған әсә бәләкәй балаларын тышҡа сығарып өлгөргән. Янғында бер кем дә зыян күрмәгән. Ҡотҡарыусылар утты һүндергән.

Фото №1 - Мишкә районында янғын иҫкәртеү приборы ярҙамында күп балалы ғаилә ҡотҡарылған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ