БСТ каналы Радий Хәбировтың тыуған көнөндә эксклюзив интервью күрһәтәсәк

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 60 йәшлек юбилейын билдәләй. Юбилейы алдынан төбәк етәксеһе беҙҙең каналға эксклюзив интервью бирҙе. Коллегабыҙ Дмитрий Каретко ойошторған әңгәмәлә ул үҙ эшмәкәрлегендә бығаса билдәле булмаған факттар менән бүлешә.

Шулай уҡ үҙ тормошоноң ябай булмаған мәлдәре, бөгөнгө көн тәртибенең көнүҙәк мәсьәләләре хаҡында һөйләй. Радий Хәбиров хәҙерге Башҡортостан тарихындағы резонанс ваҡиғалар - Сибай карьеры, Ҡуштау тирәләй низағ, коронавирус пандемияһына ҡағылышлы фекерҙәре менән дә уртаҡлаша. Республика башлығы Радий Хәбиров менән ҙур интервьюны бөгөн киске сәғәт һигеҙҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ҡарағыҙ.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ