Башҡортостан ғалимдары Әхмәт ибн Фаҙландың ҡулъяҙмаларының күсермәһен алып ҡайтты

Иранға фәнни экспедиция менән барған тарихсы-ғалимдар Әхмәт ибн Фаҙландың ҡулъяҙмаларының күсермәһен алып ҡайтты. Республика йәмәғәтселеге өсөн Х быуат ғәрәп сәйәхәтсеһенең эше оло әһәмиәткә эйә. Шуларҙың береһе башҡорттарҙы тарихта танытҡан тәүге документтарҙың береһе. Тәүарих менән ҡайҙа танышырға мөмкин буласаҡ? Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Мең йыл элек Бағдад илсеһе тарафынан яҙылған ҡулъяҙмалар Башҡортостанға ҡайтты. Ул ғалимдарҙан бигерәк, тотош республика йәмәғәтселеге өсөн дә мөһим ҡала. Үҙенә күрә тарихи ваҡиға ла. Сөнки, бәләкәй генә дискҡа башҡорттарҙың сал тарихы һыйған.

Әхәт Сәлихов менән Илнур Бүләков Иранда башҡорт халҡының тарихына ҡағылышлы мәғлүмәт, Урал тауҙары һәм башҡорт ерҙәре телгә алынған ҡулъяҙмалар эҙләүҙәре менән бүлешә. Улар Башҡортостан, Евразия далаһы тарихына ҡағылған яңы музей проекты хаҡында ҡыҙыҡһынып тыңлай. Осрашыу йомғаҡтары буйынса яҡтар документтар, һанлаштырылған материалдар менән алмашыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеп килеште.

Тарихсы-ғалимдар Иранда фәнни эскпедиция менән өс көн була. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә улар Башҡортостан өсөн мөһим яңылыҡтар ҙа алып ҡайта. Әхмәт ибн Фаҙландың ҡулъяҙмалары шуларҙың береһе. Улар менән йәмәғәтселек быйыл йәй яҡындан таныша аласаҡ.

Ғөмүмән, Ирандағы фондтың үҙәк китапханаһы китаптар коллекцияһы ғына түгел, ә Ислам тарихына ҡағылышлы күп һанлы ҡулъяҙма һәм һирәк әҫәрҙәрҙән тупланған Халыҡ-ара Ислам тикшеренеүҙәре үҙәге булып тора. Мәҫәлән, китапханала 4 миллионға яҡын баҫма китап, 176 мең ҡулъяҙма иҫәпләнә. Беҙҙең төбәк өсөн дә мөһим эштәр етерлек. Шуға ла башҡорт ғалимдарының Иранға фәнни эскпедицияһы ла һуңғыһы булмаясаҡ.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ