Өфөлә «Ағиҙел» Төбәк-ара полилингваль олимпиадаһы үтте

Дүртенсе тапҡыр ойошторолған ярышта 5-11 класс уҡыусылары көс һынашты. Улар «Беҙ - берҙәм һәм татыу ғаилә» темаһына бағышланған проекттар тәҡдим итте. Олимпиадала ҡатнашыусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

Бер залға тел һөйөүсе уҡыусылар йыйылған. Улар «Ағиҙел» төбәк-ара полилингваль олимпиадаһының һуңғы, икенсе этабы ҡатнашыусылары. Һәләтле балаларҙы асыҡлау, уларҙа телдәрҙе өйрәнеүгә мотивацияны арттырыу һәм полилингваль белем биреүҙе үҫтереү маҡсатында ойошторолған ярыш быйыл дүртенсе йыл рәттән үтә.

Беренсе этапта меңгә яҡын уҡыусы тест үткән, уларҙың йөҙҙән ашыуы Өфөләге 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназияға саҡырылған. Ҡатнашыусылар араһында район-ҡалаларҙа белем алыусы уҡыусылар ғына түгел, күрше төбәктәр вәкилдәре лә бар. Татарстандың Аҡтаныш районынан Лиана менән Әҙилә Башҡортостанда йыш ҡунаҡ. Ошо арала ғына Өфөлә гуманитар фәндәр буйынса ойошторолған икенсе олимпиадала көсөн һынай.

Уҡыусылар командаларға бүленеп, «Беҙ - берҙәм һәм татыу ғаилә» темаһында белем биреү проекты әҙерләне. Әйткәндәй, быйыл Төбәк-ара полилингваль олимпиада яңы кимәлдә үтә. Ул Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған саралар исемлегенә индерелгән.

Малай-ҡыҙҙар проект уйлаған арала педагогтар өсөн семинар ойошторолдо. Унда ваҡытты нисек дөрөҫ бүлеү, заман уҡытыусыһына ниндәй талаптар ҡуйыла, тигән һорауҙарға яуаптар яңғыраны.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ