Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, белгестәр халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса һауа сифатын тикшергән. Мәғлүмәт күҙәтеүсе органдарға еткерелгән. Хәл контролгә алынған. Ҡотҡарыусылар һауала насар һәм әсе еҫ һиҙелгәндә, тышта оҙаҡ йөрөмәҫкә, бинала ишек һәм тәҙрәләрҙе ябырға, респиратор йәки дымлы битлектәр ҡулланырға кәңәш итә.







